четверг, 6 сентября 2012 г.

Коста-Рикала ер тетрәү.



 Коста- Рикала  7,9 магнитудалы  ер тетрәүҙән һуң иғлан ителгән цунами ҡурҡынысы көсөн юғалтты. Властарҙың хәбәр итеүенсә, әлеге мәлдә һәләк булыусылар хаҡында мәғлүмәт юҡ, әммә биналар емерелгән. Коста-Риканың төп ҡалаһы булған Сан-Хосе районы тирәһендә электр энергияһын тапшырыу боҙолған. 

АҠШ Геология хеҙмәттәре мәғлүмәттәре буйынса, ер аҫты тетрәүенең үҙәге диңгеҙ  буйындағы ҙур булмаған Самара ҡалаһынан 8 километр, ә Сан-Хосенан 140 километр алыҫлыҡта.

Тәбиғәт ҡазаһының усағы диңгеҙ төбөнән 22 километр тәрәнлектә. Стихия Сан-Хосе халҡында паника тыуҙырҙы.

Ер тетрәүен Коста-Риканың күршеләре - Никарагуаның баш ҡалаһы булған Манагуа халҡы ла тойҙо.

Комментариев нет:

Отправить комментарий