понедельник, 1 октября 2012 г.

“Джелават” ҡоторона.



Японияға Джелават тайфуны ябырылды. Тәбиғәт ҡазаһының һөжүме арҡаһында 1 кешенең ғүмере өҙөлгән, 160 самаһы тән йәрәхәттәре алған.

Тайфун төньяҡ- көнсығышҡа табан сәғәтенә 55 километр тиҙлек менән хәрәкәт итә. “Джелават” килеүе мөмкин булған бөтә префектураларҙың да властары граждандарға йорттарын ташлап китмәҫкә кәңәш итә. Ил буйынса йөҙҙәрсә рейс туҡтатылған.

“Мин сит илгә уҡырға китәм, тик Токионан минең самолет әлегә осмай, бәлки, иртәгә юлға сығып булыр,-”ти студент ҡыҙ.

100 мең самаһы кеше эвакуация хаҡында хәбәр алды. Халыҡтың бер өлөшө махсус үҙәктәргә урынлаштырылған да инде.

“Мин 60 йыл элек төҙөлгән ағас йортта йәшәйем. Ел шул ҡәҙәр көслө булды, ҡурҡып, ошонда килдем,-”ти оло йәштәге ҡатын.

Тайфун Токиоға ла килеүе ихтимал. Шәмбе көн Окинавалағы 180 йорт утһыҙ ултырҙы.

“Джелават-”Японияға һуңғы айҙа ябырылған өсөнсө ҡеүәтле тайфун.

Комментариев нет:

Отправить комментарий