четверг, 18 октября 2012 г.

Сергей Удальцов иреккә сығарылды.



Тәфтиш комитетындағы һорау алыуҙарҙан һуң , Рәсәйҙең һул радикаль оппозиционеры Сергей Удальцов , сығып китмәү тураһында ҡултамға ҡуйып, төрмәнән сығарылды. Шаршамбы көн, һорау алыу өсөн, уны полиция алып киткәйне, аҙаҡ уның ике тәүлеккә һаҡ аҫтына алыныуы хаҡында мәғлүмәт күренде.

“Массалы тәртипһеҙлектәр ойоштороу”статьяһы буйынса Удальцовҡа ҡаршы енәйәт эше асылған. Уны 10 йылға ҡәҙәр иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Ул быларҙы “сәйәси әүҙемлеге өсөн властарҙың үсе” тип атаны һәм уны эҙәрлекләү өсөн законлы нигеҙ булмауын белдерҙе.

Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты вәкиле Владимир Маркин аңлатыуынса, енәйәт эше “Протест-2 анатомияһы”документаль  фильмындағы факттар тикшерелгәндән һуң асылған.

“Беҙҙең илдә һис бер яза алмай массалы тәртипһеҙлектәр ойошторорға, теракттар планлаштырырға һәм әҙерләргә, рәсәйлеләрҙең ғүмеренә һәм һаулығына зыян килтереүсе эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә уйлаусыларға шуны әйтер инем: һеҙ Рәсәй махсус хеҙмәттәренең профессионаллеген баһалап һәм Рәсәй ҡануниәтен, айырым алғанда Енәйәт кодексын белеп бөтмәйһегеҙ,-”тине Маркин.

Уның һүҙҙәре буйынса, видеокадрҙарҙы тикшергән эксперттар шундай һығымтаға килгән: унда, ысынлап та, Удальцовтың грузин парламентарийы Гиви Таргамадзе менән осрашыуы күрһәтелгән. Таргамадзе “төҫлө революциялар”ойоштороу буйынса бай тәжрибә туплаған кеше, ә һүҙ Мәскәүҙә һәм башҡа региондарҙа көс ҡулланыу акциялары хаҡында барған. Тәфтиш теракттарҙы әҙерләү хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе лә тикшерә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий