пятница, 5 октября 2012 г.

Төркиә: Аҡсаҡала халҡы һәләк булғандарҙы ерләй.



Төркиә сиге буйындағы Аҡсаҡала ҡасабаһы халҡы Сүриә яғынан яуған арттилерия утынан һуң һаман тыныслана алмай. Ракеталарҙың береһе, кеше йәшәгән йортҡа төшөп, ҙур ғаиләне һәләк иткән: ҡатынды, уның апаһын һәм өс ҡыҙын. Йәнә 10 кеше тән йәрәхәттәре алған.
“Һәләк булғандар- минең туғандарым,- ти оло ғына ҡатын йәштәрен һөртөп,-хәҙер улар юҡ.”
Күршеләре уның ҡайғыһын уртаҡлаша. Улар барыһы ла һәр ваҡыт хәүеф көтөп йәшәй. Сүриә сиге ҡасабанан 500 километр алыҫлыҡта, унда хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡан баш күтәреүселәрҙең флагы елберләй.
“Һәләк булыусылар – минең күршеләрем, беҙ йәнәш кенә йәшәнек. Һуңғы ай ярым эсендә булған ваҡиғалар барыбыҙҙы ла- ололарҙы ла, балаларҙы ла ҡаҡшатты. Төнө буйы йоҡлай алмайбыҙ, төнө буйы шартлау, атыш тауыштары ишетәбеҙ. Шау- шыу таңға ҡәҙәр туҡтамай,-”ти уның күршеһе.
Кесаҙна Аҡсаҡалала үлгәндәрҙе ерләнеләр. Ҡасабаға Төркиәнең хеҙмәт министры Фарук Челик килде. Ул урындағы дауаханалағы яралыларҙың хәлен белде һәм халыҡҡа хөкүмәттең ярҙамын вәғәҙә итте.
Аҡсаҡала ҡасабаһында урындағы төрөктәр һәм сығыштары Сүриәнән булғандар йәшәй. Властар милләт- ара дошманлыҡ башланыуҙан шикләнә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий