вторник, 23 октября 2012 г.

АҠШ-ҡа ҡайҙан хәүеф янай?



АҠШ-ҡа ҡайҙан хәүеф янай һәм уның менән нисек көрәшергә: АҠШ президентлығына кандидаттарҙың һуңғы өсөнсө телевизион бәхәсе тулыһынса тиерлек тышҡы сәйәсәткә бағышланғайны. Флоридалағы Линна университетындағы осрашыу алдағы икәүһе кеүек үк ҡаты ҡапма- ҡаршылыҡ менән айырылып торҙо, ҡайһы саҡ бер- береһенең шәхсиәтенә лә ҡағылырға ла күп һораманылар.
Митт Ромни:
”Мин уны Усама бен Ладенды юҡ итеүе һәм “Әл- Ҡаиҙә” етәкселеген эҙәрлекләүе менән ҡотлайым. Әммә үлтерештәр арҡылы ғына хәлде яҡшыртып булмай. Беҙгә, ислам илдәрендәге һәм донъяның башҡа ерҙәрендәге көс ҡулланыуға нигеҙләнгән радикал экстремизмдан ҡотолоу өсөн, бөтөнөһөн эсенә алған ышаныслы стратегия кәрәк.”
Барак Обама:
 “Губернатор Ромни, ”Әл- Ҡаиҙә“ хәүефен таныуығыҙ өсөн шатмын, сөнки бер нисә ай элек кенә “Америка өсөн төп геосәйәси хәүеф нимәлә?” тигән һорауға һеҙ “Рәсәй!” тип яуап биргәйнегеҙ. “Әл-Ҡаиҙә”түгел, ә Рәсәй. Һалҡын һуғыш 20 йыл элек тамамланды. Тышҡы сәйәсәткә килгәндә, миңә ҡалһа, һеҙ, губернатор, 80-се йылғы ҡараштарҙы ҡайтанан тергеҙергә маташаһығыҙ.”
Митт Ромни:
”Миңә һөжүм- эшмәкәрлек планы түгел. Мине тәнҡитләп, һеҙ Яҡын Көнсығыш проблемаларын нисек хәл итеү, ошо региондағы мөмкинлектәрҙе файҙаланып, көс ҡулланыуҙы нисек туҡтатыу хаҡында әйтмәйһегеҙ.”
Барак Обама:
”Тышҡы сәйәсәткә туранан- тура йоғонто яһарға мөмкинлегегеҙ булмағанын мин беләм, әммә әйткән һәр фекерегеҙ дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, “күпләп юҡ итеү ҡоралдары булмаһа ла, Иракка керергә кәрәк ине”,тинегеҙ.”
Яҡын сәғәттәрҙә билдәле буласаҡ өсөнсө раунд һөҙөмтәләренең һайлауҙарға тәьҫире ҙур булыуы ихтимал. Әлегә ҡәҙәр телеалыштарҙа бер яҡ та еңмәне: тамашасыларҙың фекере буйынса, тәүҙә Митт Ромни өҫтөн булһа, икенсеһендә Барак Обама алға сыҡты.


Комментариев нет:

Отправить комментарий