понедельник, 22 октября 2012 г.

Исландтар “халыҡ” конституцияһы өсөн тауыш бирҙе.



Исландия халҡы 1944 йылдан- ил бойондороҡһоҙлоҡ яулағаны  бирле үҙгәрешһеҙ ҡалған конституцияны үҙгәртеү яғында. Ошо ял булып үткән референдумда Исландия һайлаусыларының 49 проценты ҡатнашты, шуларҙың өстән ике өлөшө яңы ҡануниәт яҡлы.

Проекттың уникаллеге шунда: ул сәйәсмәндәр тарафынан түгел, ә осраҡлы ғына һайлап алынған ябай исландтар тарафынан төҙөлгән. Әммә ил етәкселеге халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалырға вәғәҙә итте.

Конституцияны үҙгәртеү зарурлығы күп Исландия банктарын бөлдөргән 2008 йылғы ауыр финанс көрсөгөнән һуң килеп тыуҙы. Бөтә ил буйынса барған күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы ҡаршылыҡ акциялары консерватив кабинеттың отставкаға китеүенә килтерҙе, һәм яңы һул хөкүмәт бығаса күрелмәгән социаль экспериментҡа тотонорға- “халыҡ” конституцияһын әҙерләргә ҡарар итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий