пятница, 5 октября 2012 г.

Ғәҙеллек хаҡына Нью- Делиҙа марш.



Нью- Делиҙа хөкүмәттеке булмаған ‘Экта Паришад” ойошмаһы ғәҙеллек хаҡына марш ойошторҙо.
Бөгөнгө көндә унда 35 меңгә яҡын кеше, башлыса ерһеҙ крәҫтиәндәр һәм “тейелмәҫтәр”кастаһы вәкилдәре ҡатнаша. Ойоштороусылар өмөтләнеүенсә, аҙаҡҡы пунктҡа тиклем улар яҡлылар 100 меңгә етәсәк.
Маршта ҡатнашыусылар уҙған шаршамбыла Һиндостан үҙәгендәге Гвалиор ҡалаһынан сыҡты. Баш ҡалаға улар октябрь аҙағында килеп етергә тейеш. Маршруттың оҙонлоғо- 350 километр.
Маршта күптәре ялан аяҡ атлаған кешеләр Һиндостан тәбиғи сығанаҡтарының мөмкин ҡәҙәр намыҫлы һәм ғәҙел бүленеүен талап итә.
Акцияға хөкүмәттеке булмаған 2 000 ойошма ҡушылды. Уларҙың моделе- Һиндостандың бойондороҡһоҙлоғона башланғыс һалған 1930 йылғы Ганди маршы.
“Экта Паришад” 1991 йылда хоҡуҡ һаҡлаусы, Ганди Тыныслыҡ фондына нигеҙ һалыусы һәм уның вице- президенты Раджагопал тарафынан төҙөлгән. Ул Һиндостанда урындағы общиналарҙың ергә һәм һыуға хоҡуҡтарын тергеҙеү яҡлы булып сығыш яһай.




Комментариев нет:

Отправить комментарий