понедельник, 5 ноября 2012 г.

АҠШ-тағы һайлауҙар: “Твиттер-бомбалар”эшкә егеләсәк.



АҠШ-та президент һайлауҙарына  2 көн ҡалғанда, социологик һорашыуҙар шуны күрһәтә: һайлаусылар 2 кандидатты ла бер үк кимәлдә яҡлай.
Бындай шарттарҙа аналитиктар уның һөҙөмтәләрен күҙаллауҙан тайшана, сөнки социаль селтәргә сығарылған спам ише тәү ҡарашҡа ваҡ ҡына һымаҡ күренгән нәмәләр ҙә үлсәүҙе бер яҡҡа ауыштырыуы ихтимал. Объектив мәғлүмәт менән манипуляция яһау ҡурҡынысын, айырым алғанда, Twitter bombs вирусы тыуҙырыуы мөмкин. Ике  яҡтың да һайлау штабтары, икеләнеүсе штаттарҙы үҙ яғына ауҙарыу өсөн, уны ҡулланыуы ихтимал.
Һуңғы һорашыуҙар буйынса, ике кандидаттың да тауыштары тигеҙ- 48%. Әйтергә кәрәк, төрлө социаль ҡатламдар һәм этник төркөмдәрҙең ҡарашы айырыла. Мәҫәлән аҡ тәнлеләр күбеһенсә Митт Ромни яҡлы, ҡалғандары Обаманы яҡын күрә. Обама ҡатын- ҡыҙҙар араһында популяр, Ромни иһә ирҙәр араһында. Үткән һайлауҙарҙағы кеүек Обаманы башлыса йәштәр хуплай, ә Ромниҙы оло быуын кешеләре.

Комментариев нет:

Отправить комментарий