воскресенье, 11 ноября 2012 г.

Мьянмала ер тетрәүҙәр булды. Ҡорбандар бар.



Йәкшәмбе Мьянманың төньяҡ- көнбайышында булған бер нисә ер тетрәү арҡаһында, кәм тигәндә 13 кеше һәләк булған, 40 кеше тән йәрәхәттәре алған. Ер аҫты тетрәүе үҙәгенә яҡын булған Шуэбо һәм Мандалай ҡалалары халҡы, яңы тетрәүҙәр башланыуҙан ҡурҡып, йорттарын ташлап киткән.

Хәбәр итеүҙәренсә, магнитудаһы 6,8 булған иң ҡеүәтле ер тетрәү урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт 8-ҙә Шуэбо ҡалаһынан төньяҡ- көнсығышҡа табан 56-сы километрҙа, Мандалайҙан төньяҡҡа табан 100-сө километрҙа күҙәтелгән. Ер тетрәү үҙәге 10 километр тәрәнлектә булған. Бынан һуң, шул уҡ районда тағы 2 көслө ер тетрәү теркәлгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий