вторник, 18 декабря 2012 г.

Төркиә һәм Иран Сүриә конфликтын туҡтатыу буйынса үҙ пландарын тәҡдим итә.



Төркиә һәм Иран Сүриәләге хәлдәрҙе яйға һалыу буйынса үҙ пландарын тәҡдим итә. Анкара планы буйынса, Сүриә лидеры Бәшәр Асад үҙ урынын бөтә сәйәси фракция вәкилдәренән торған кәңәш ҡорона бирергә тейеш. Төркиә матбуғаты сығанаҡтары буйынса, премьер Рәжәп Тайип Эрдоган был план хаҡында Рәсәй президенты Владимир Путин менән әңгәмәләшкән.
Яңыраҡ Сүриәгә бер нисә тиҙ ярҙам машинаһы бүләк иткән Иран 6 пункттан торған үҙ планын тәҡдим итә: БМО контроле аҫтында ҡан ҡойошто туҡтатыу, кәрәк- яраҡ менән тәьмин итеү, инфраструктураны тергеҙеү, сәйәси тотҡондарҙы амнистиялау; бөтә фирҡәләрҙе лә индереп, һөйләшеүҙәр үткәреү.
Ислам республикаһы Сүриә хөкүмәтен, ул үткәргән сәйәсәтте һәм реформаларҙы яҡлай. Сүриәләге килешеүгә һәм диалогҡа юл асҡан һәр бер мөмкинлекте хуплайбыҙ,-”тип белдерҙе Иран вице- президенты советнигы Хассан Каземи Куми.
Көнбайышта иһә Сүриә оппозицияһының еңеүенә һәм Бәшәр Асадтың ҡолатылыуына һанаулы ғына көндәр ҡалыуына ышаныс нығый бара.
“Минеңсә, Бәшәр Асадтың көндәре һанаулы, быны үҙегеҙ ҙә күреп тораһығыҙ, хатта Рәсәй ҙә быны аңлай. Асад конфликтты бөтә регионға йәйелдерергә уйламаймы икән тигән һорау ғына тыуыуы мөмкин,-”ти Францияның сит ил эштәре министры Лоран Фабьюс.
Рәсәй сит ил эштәре министрлығы француз коллегаһының белдереүен инҡар итте: Смоленск майҙанында Мәскәүҙең Сүриә конфликтына мөнәсәбәте үҙгәрмәүе хаҡында белдерҙеләр. Баҡтиһәң, министр урынбаҫары Михаил Богдановтың әйткәндәренә яңылыш аңлатма бирелгән икән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий