понедельник, 17 декабря 2012 г.

Синдзо Абэ Японияның яңы премьер- министры буласаҡ.



Японияла Либерал- демократик фирҡә власҡа кире ҡайта. Илдә йәкшәмбелә үткән сираттан тыш парламент һайлауҙарында уның депутаттары күпселек тауышҡа эйә булды. Либерал-демократик фирҡә рәйесе Синдзо Абэ 26 декабрҙә яңы парламенттың беренсе ултырышында Японияның яңы премьер- министры итеп һайланырға тейеш.

“Япония халҡы илдең иҡтисадын тергеҙеүҙе талап итә, күптәр хеҙмәт хаҡтарының күтәрелеүенә өмөт итә. Йәштәр киләсәге өсөн боросла- эш табылырмы уларға? Тәүге нәүбәттә Япония иҡтисадын аяҡҡа баҫтырырға кәрәк, тип уйлайым,-”тип белдерҙе Абэ Токиолағы матбуғат конференцияһында.

Идара итеүсе премьер Ёсихико Нода үтәлмәгән вәғәҙәләр өсөн һайлаусылар алдында ғәфү үтенде һәм, һайлауҙарҙағы иҫ киткес еңелеүенән һуң, Демократик фирҡә посынан китергә ниәтләүе тураһында белдерҙе. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, Демократик фирҡә парламенттың түбәнге палатаһында 40-тан саҡ ҡына күберәк урын алған.

Һайлауҙа 12 фирҡә алышты. Либерал- демократтар күпселекте яуланы. 2009 йылға ҡәҙәр был фирҡә Япония сәйәсәтендә 50 йылдан ашыу өҫтөнлөктө ала килде. Синдзо Абэ әйтеүенәсә, Япония һайлаусыларының тулы ышанысын яулау хаҡында һөйләү әлегә иртәрәк, улар әлегә илдең сәйәси аренаһындағы хаосҡа “юҡ”тип кенә әйткән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий