понедельник, 7 января 2013 г.

Франция: 15 йәшлек малай ғалимдарҙы аптыратты.



Францияның Страсбургынан 15 йәшлек уҡыусы Нил Ибата ғилми асышҡа үҙ өлөшөн индергән: Андромеда тирәләй кәрлә галактикалар әйләнеүе асыҡланған, уларҙың күбеһе бер яҫылыҡта өйөрөлә икән.

Нил Страсбургтың Астрономия обсерваторияһында стажировка үткән. Ғалидар төркөмөнөң хеҙмәте Nature журналында баҫылып сыҡҡан.

”Беҙ ул галактикаларҙың алыҫлығын һәм тиҙлеген иҫәпләнек, ә был модель төҙөүгә булышлыҡ итте. Бер нисә аҙналыҡ эштең һөҙөмтәһе булды ул. Фәндәге яңы кешегә уңыш йылмайҙы, тиһәк тә була.”

Нил- билдәле астрофизик Родриго Ибатаның улы. Эш башланғансы, атаһы уға хеҙмәттәре хаҡында һөйләгән булған. 15 йәшлек малайҙың фотоһын хәҙер Nature журналында күрергә мөмкин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий