понедельник, 7 января 2013 г.

Аҡ йорт ҡорал һатыуҙы сикләргә уйлай.



АҠШ администрацияһы ҡорал һатыу контролен ҡатыландырырға уйлай. Вашингтон пост мәғлүмәттәре буйынса, Аҡ йорт һәр бер һатып алыусының биографияһын ентекләп тикшерергә, һәр ҡоралдың ҡайҙалығын асыҡлау өсөн, мәғлүмәттәр базаһы булдырырға ниәтләй.

Әлеге мәлдә штурмлаусы винтовкаларҙы һатыу АҠШ-та ҡырҡа артты. Орландолағы махсуслашҡан йәрминкә һөҙөмтәләре быны асыҡ күрһәтеп тора.

10 йыл дауамында, 2004 йылға ҡәҙәр, АҠШ-та “штурмлаусы” ярымавтоматик ҡорал ирекле һатыуҙа юҡ ине. Хәҙер Барак Обама йәнә ошо принципҡа ҡайтыу яғында. Президент 10 патрондан артыҡ булған обоймалар һатыуҙы тыйҙы.

Коннектикут штатындағы Ньютаун ҡалаһы мәктәбендәге үлтерештән һуң, АҠШ-та ҡоралды ирекле һатыу менән бәйле бәхәстәр йәнә ҡыҙып китте. 14 декабрҙә бында йәшәүсе Адам Лэнза легаль рәүештә әсәһе һатып алған карабин һәм пистолеттан 20 баланы һәм 6 өлкән кешене атып үлтергәйне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий