четверг, 10 января 2013 г.

КХДР-ға ил халҡына интернетты асырға тәҡдим иттеләр.




Нью-Мексика (АҠШ) штатының элекке губернаторы Билл Ричардсон һәм “Гугл” компанияһының директорҙар советы рәйесе Эрик Шмидт КХДР властарына ил халҡына интернетты асырға тәҡдим итте. Ричардсон һәм Шмидт КХДР-ҙа шәхси визит менән. Шаршамбы ҡунаҡтарға Халыҡ уҡыуы һарайын, Ким Ир Сен исемендәге университеттың электрон китапханаһын һәм Корея компьютер үҙәген күрһәттеләр. Төньяҡ Кореялағы интернет менән хәлдәр тураһында эксперт һөйләй:

КХДР-ҙа сикләнгән рәүештә интернет менән Ким Чен Ын ғаиләһе һәм идара итеүсе режимды яҡлау маҡсаты менән махсус хөкүмәт хеҙмәттәре генә ҡуллана ала. Ил халҡы интернет урынына интранет менән файҙалана.

АҠШ делегацияһы, Америка властарының ризаһыҙлыҡ белдереүенә ҡарамаҫтан, Пхеньянға килергә булды. 12 декабрҙә Ерҙең яһалма юлдашы менән ракета- осорғос ебәрелеү сәбәпле , ил властары Төньяҡ Кореяға визиттар яһарға иртәрәк, тип иҫәпләй. Вашингтондың фекере буйынса, был осош БМО Именлек Советы резолюцияһын боҙоу булып тора.

Комментариев нет:

Отправить комментарий