среда, 27 февраля 2013 г.

Хоҡуҡ һағында тороусы Стефан Эссель вафат булды.



Стефан Эссель донъя ҡуйҙы. Бухенвальд концлагерында Холокосты үткәргән бөтә донъяға билдәле хоҡуҡ һаҡлаусыға һәм дипломатҡа уҙған октябрҙә 95 йәш тулғайны. Нацистар оккупацияһына Ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәте яугиры һуңғы көндәренә саҡлы кеше хоҡуҡтарын әүҙем яҡлаусы булып ҡалды.

Стефан Эссель 1948 йылда яҙылған Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһы авторҙарының береһе ине.

БМО-лағы дипломатик хеҙмәте осоронда ул әллә нисә тапҡыр колонияллекте бөтөрөү яҡлы булып сығыш яһаны. Бик күп наградаларға һәм маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.

Өс йыл элек уның социаль ғәҙеллеккә саҡырыусы 30 битле”Баш күтәрегеҙ” манифесы бестселлерға әйләнде һәм тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителде.

Был китап Испаниялағы йәштәр хәрәкәтен “Индигнадос” (“Возмущённые”) исеме аҫтындағы ҙур манифестацияларға рухландырҙы, уларҙың миҫалына башҡа илдәр ҙә ҡушылды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий