четверг, 21 марта 2013 г.

Һәләк булған афғанлыларҙың туғандары ФГР (ФРГ)судынан компенсация талап итә.



Бонн ере суды 2009 йылдың сентябрендә НАТО көстәренең бомбаға тотоуы һөҙөмтәһендә Ҡондоҙҙан алыҫ түгел һәләк булған афғанлыларҙың туғандары белдергән дәғүәне ҡарай башланы. Зыян күреүселәргә 350 мең евро компенсация түләгән Германия федераль хөкүмәт йөҙөндә дәғүәне кире ҡағырға ниәтләй.

Хөкүмәттең мәнфәғәттәрен яҡлаған адвокат һөйләй:

Әлбиттә, фажиғә кисергән был кешеләрҙе мин аңлай алам. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең бурыс- был дәғүәләрҙе кире ҡағыу, сөнки Бонн ере суды-бындай талаптар өсөн ҡулай урын түгел. Халы-ара ҡануниәткә нигеҙләнгән хоҡуҡтар бар...Бынан тыш компенсациялар түләнде, шул иҫәптән ГФР тарафынан да.”

Афған дәғүәселәре төркөмө адвокаты былай тип белдерҙе:

“Ирекле түләүҙәр еврола иҫәпләгәндә 4 мең евро тирәһе булды, ул ырыу ҡорҙарына тапшырылды. Әммә етем ҡалған балалар һәм тол ҡатындар бер нәмә лә алманы. Ниндәйҙер өсөнсө кешеләр байыны. Беҙҙең клиенттарҙың ҡайһылары ярҙам алды, ҡайһылары юҡ.”

2009 йылдың 4 сентябрендә немец офицеры, талиптарҙың һөжүменән хәүефләнеп, һауанан ярҙам һорай. Союздаштарҙың авиация һөжүме арҡаһында 91 кеше һәләк була, 11-е тән йәрәхәттәре ала. Бомбаға тотоу ҡорбандарының туғандары 3 миллион евро компенсация талап итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий