воскресенье, 31 марта 2013 г.

Мысырҙа Мөрсиҙән көлгән сатирикты ҡулға алырға уйлайҙар.



Мысырҙың генераль прокуроры билдәле сатирик Басем Йософты ҡулға алыуға ордер биргән. Твиттерҙа ул был мәғлүмәтте үҙенсәлекле итеп раҫланы- иртәгә прокуратураға барырға йыйыныуы, тик әгәр властар уны бөгөн үҙҙәре килеп алһа, транспорт сығымдарына киткән аҡса янда ҡалыуын белдерҙе.
Хөсни Мөбәрәкте ҡолатҡандан һуң, Басем Йософ популяр булған аҙналыҡ шоуҙы алып бара башлай һәм һуңғы ваҡыт йыш ҡына илдең хәҙерге башлығы Мөхәммәт Мөрсиҙән көлә. Мәҫәлән, сәйәсмәнде ул фараон образында күрһәтә, дәүләт башлығының сығыштарына, шул иҫәптән милләткә рәсми мөржәғәтенә пародия яһай, инглизсә насар һөйләшеүенән көлә.
Әйтергә кәрәк, Йософ үҙе сатираһының исламистарға ҡаршы түгел, ә чиновниктарға, ил менән яҡшы идара итә алмаған бюрократтарға ҡаршы йүнәлтелгәнен бер нисә тапҡыр белдерҙе.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар һәм Көнбайыш ҡиммәтттәренә нигеҙләнеп эш итеүсе оппозиция билдәле сатирикты эҙәрлекләүҙе Мысырҙа һүҙ иркенә һөжүм итеү, тип баһалай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий