Бөгөн 2 000-дән ашыу делегат
Пекинға Ҡытайҙың Халыҡ сәйәси консультатив советы сессияһына килде. Киләһе 9
көн эсендә унда ҡатнашыусы мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, спортсылар, эшлекле даирә
вәкилдәре мөһим дәүләт, сәйәси һәм иҡтисади мәсьәләләр буйынса сығыш яһаясаҡ.
“Тәҡдимдәребеҙҙе асыҡтан-асыҡ
әйтәбеҙ: тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы- етеҙ барған иҡтисади үҫеш һөҙөмтәһе. Был
проблеманан ситтә ҡала алмайбыҙ, сөнки ул һәммәбеҙгә ҡағыла.”
Советтың реаль власть
вәкәләттәре булмаһа ла, ул ҠХР-ҙың сәйәси һәм социаль-иҡтисади курсын
формалаштырыуҙа ҡатнашыусы абруйлы көс. Шишәмбе Пекинда Халыҡ вәкилдәренең бөтә
Ҡытай йыйылышы- дәүләт власының юғары органы эш башлай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий