воскресенье, 3 марта 2013 г.

Асад британлыларҙы Сүриәләге хәлдәрҙе “милитаризациялауҙа” ғәйепләй.



Сүриә президенты Бәшәр АсадThe Sunday Timesҡа биргән интервьюһында Лондон эшмәкәрлеген ҡаты тәнҡитләне. Уның һүҙҙәре буйынса, Британия властары үҙҙәрен яуаплыраҡ һәм аҡыллыраҡ тота алыр ине, ә улар террористарҙы ҡорал менән тәьмин итмәксе.

Хәлдәрҙе милитаризацияларға тырышҡан британлыларҙан уны тотороҡландырыу буйынса ниндәй ярҙам көтмәк кәрәк. Улар беҙгә һәм үҙ мәнфәғәттәренә ҡаршы бер ҡатлы, икеләнеп, ысынбарлыҡҡа таянмай эш итә,-”тине Бәшәр Асад.

Элегерәк Сүриә хөкүмәте ҡораллы оппозиция менән һөйләшеүҙәр алып барырға әҙер булыуы тураһында белдергәйне. Тегеләре иһә тәүҙә Асадтың отставкаға китеүен талап итә. Президент быны эшләргә йыйынмауы тураһында белдерҙе. Сүриәнең сит ил эштәре министры Вәлид Мөғәллим Таһранда Иран коллегаһы менән һөйләшеүҙәр барышында ла шул уҡ фекерҙе әйтте. Баш күтәреүселәрҙе яҡлаған Ҡушма Штаттарҙы ғәйепләп, Иран һәм Сүриә конфликтты тыныс юл менән яйға һалыуға әҙер булыуҙарын белдерҙе.

Сүриәлә алыштар дауам итә. Баш күтәреүселәрҙең әйтеүенсә, Дәмәшк ситендә улар хәрбиҙәр менән атыша. Һәүәҫкәр видеоға, үҙҙәренең һүҙҙәре буйынса, баш күтәреүселәр юҡ иткән вертолетты төшөрөп алғандар. Армия иһә төньяҡ фронттағы уңыштары, шәмбе көн халыҡ йәшәгән 20 нөктәне үҙ контроле аҫтына алыуы хаҡында хәбәр итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий