вторник, 16 апреля 2013 г.

Нефть сығарыуға ҡаршы ҡултамғаларҙы океан төбөнә төшөрҙөләр.



Донъяның ҡеүәтле илдәренең Арктикала нефть һәм газ сығарыу планына ҡаршы сығып, Гринпистың әүҙем ағзалары Төньяҡ полюсҡа поход яһаны. 16 кеше аҙна буйы саңғыларҙа күсмә Барнео станцияһынан полюсҡа ҡарай юл тотто, һәр береһенең санаһында 70 килограмм аҙыҡ-түлек һәм ҡорамалдар ҙа бар ине.

Океан төбөнә экологтар 3 миллион самаһы кешенең ҡултамғаһы ҡуйылған капсуланы һәм Арктиканы яҡлаусыларҙың флагын төшөрҙө.

Комментариев нет:

Отправить комментарий