вторник, 23 апреля 2013 г.

Мьянма властары этник эҙәрләүҙәрҙә ғәйепләнә.



Human Rights Watch хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы Мьянма хөкүмәтен һәм полицияһын, шулай уҡ буддист-монахтарҙы кешелеккә ҡаршы енәйәттәрҙә ғәйепләне. Ойошманың докладында әйтелеүенсә, Ракхайн штатында улар 2012 йылда этник эҙәрләүҙәр менән шөғөлләнгән.
Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың раҫлауынса, властар буддистарҙың ислам динендәге рохинджа халҡы менән бәрелешен хуплаған йәки иғтибарһыҙ ҡалдырған. Урындағы полицейскийҙар погромдарға һәм мосолмандарҙы үлтереүҙәргә иғтибар итмәгән, ҡайһы саҡ хатта үҙҙәре лә унда ҡатнашҡан.
Human Rights Watch ойошмаһының ғәйепләүҙәре ЕС Мьянмаға ҡаршы санкцияларҙы инҡар итергә йыйынғанда яңғыраны.
“Евроберләшмә ниәтләгән аҙымды яһауға иртәрәк, был берләшмәнең Мьянма властарына йоғонтоһон юҡ итәсәк. Санкцияларҙан баш тартып, Евроберләшмә илдәре Мьянманы кеше хоҡуҡтары өлкәһендә билдәле бер алға китешкә этәреүсе  рычагтан мәхрүм итәсәк,-”тип белдерҙе Азиялағы Human Rights Watch бюроһының директор урынбаҫары Фил Робертсон.
2012 йылдың февраленән июненә ҡәҙәр буддистарҙың мосолмандар менән бәрелеше һөҙөмтәһендә Ракхайнда 100-ҙән ашыу кеше һәләк булған. 125 000 кеше ҡасаҡҡа әйләнгән. Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, Мьянма властары мосолман ҡасаҡтары лагерына гуманитар ярҙам оҙатылыуына ҡамасаулыҡ яһай.


Комментариев нет:

Отправить комментарий