вторник, 30 апреля 2013 г.

Иң бейектәге алыш.



Гималай тауҙарында, Эвересҡа йүнәлгән 8 километр бейеклектәге Европа альпинистары Непал юл күрһәтеүселәре менән һуғышып киткән. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, талаш сит ил кешеләренең юл күрһәтеүселәрҙең бауҙарына йәбешергә маташыуы арҡаһында килеп сыҡҡан. Тегеләре асыуланған, һөҙөмтәлә алыш киткән, уның барышында туристар шерптарға боҙ киҫәге ырғытҡан. Непаллыларҙың береһе яраланған. Урындағы властар европалыларҙы һаҡсылар менән тәьмин итергә вәғәҙә биргән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий