четверг, 13 июня 2013 г.

Еврокомиссия Греция дәүләт телерадио реформаһын хуплай.



Греция ЭРТ дәүләт телерадио компанияһын ябыуҙан һаман шаңҡып тора. Профсоюздар милли стачкаға саҡыра, гректар йөҙәрләп демонстрацияға сыға, башҡа каналдарҙың журналистары эшен юғалтҡан коллегалары менән теләктәшлек йөҙөнән забастовка иғлан итә. Хөкүмәт коалицияһы тарҡалыу ҡурҡынысы алдында тора. Самарастың партнерҙары (“Яңы демократия” һәм “Демократик һулдар”), ҡарар ҡабул иткәндә, уларҙың фекере менән ҡыҙыҡһынмауҙары өсөн асыулана.
ЭРТ-ның ябылыуы һәм  Греция граждандарының  йәмғиәттәге мөһим мәғлүмәттәр менән танышыу хоҡуғы мәсьәләһе шаршамбы көн Европа парламентында күтәрелде.
Даниэль Кон-Бендит, Европарламент депутаты:
Еврокомиссия Греция менән һөйләшеүҙәр алып барған үҙенең Өстәге вәкиленә  Грецияның ижтимағи  телерадиокомпанияһын ябыуҙы талап итеүе хаҡмы?
Оли Ренн, Еврокомиссия рәйесе урынбаҫары, иҡтисад һәм финанстар буйынса еврокомиссар:
“Греция, Европаның башҡа илдәре һымаҡ уҡ, матбуғат төрлөлөгөнә һәм матбуғаттың сифатлы булыуына мохтаж.  Беҙ Греция хөкүмәтенең медиа-баҙарҙа мөһим роль уйнаясаҡ медиа-структура төҙөргә йөрьәт итеүен хуплайбыҙ,  ул финанс йәһәтенән үҙен аҡлаясаҡ та.”
 Греция хөкүмәте бер нисә аҙна эсендә дәүләт телерадио реформаһы мәсьәләһен хәл итергә ниәтләүен белдерҙе, ул саҡта улар яңы сифатта йәнә эфирға сыға аласаҡ. Министрҙар кабинеты коммюникеһында әйтелеүенсә, яңы структураның бизнес-проекты әҙер.


Комментариев нет:

Отправить комментарий