среда, 19 июня 2013 г.

Бер енесле парҙар Рәсәй балаларын тәрбиәгә ала алмаясаҡ.


Рәсәй Дәүләт Думаһы икенсе уҡыуҙа етем балаларҙы яҡлау, уларҙы бер енесле сит ил парҙарына тәрбиәгә биреүҙе тыйыу хаҡында закон проектын ҡабул итте. Бер енесле никахтар танылған сит дәүләттәрҙең никахта тормаған граждандары ла быны эшләй алмаясаҡ. Думаның профиль комитеты башлығы урынбаҫары Ольга Баталина һөйләй:
“Именлектәре тәьмин ителмәгән,  хәүефһеҙлектәренә гарантия булмаған, Рәсәй яғы менән тейешле бәйләнеш булмаған, мәҫәлән, АҠШ-тағы һымаҡ нисек көн итеүҙәрен контролдә тоторға мөмкинлек булмаған илдәргә балаларҙы аҫрауға бирергә беҙ әҙер түгел. Рәсәй балаларын бер енесле парҙар тәрбиәгә алыуына ҡырҡа ҡаршыбыҙ.”
Закон проектын һуңғы тапҡыр уҡыу 21 июндә буласаҡ. Президент Владимир Путин шул турала белдерҙе: әгәр парламент ҡабул итһә, ул бер енесле парҙарға Рәсәй балаларын тәрбиәгә биреүҙе тыйыу хаҡындағы закон проектына ҡул ҡуясаҡ.
Бер аҙна элек кенә Дума бәлиғ булмаған балалар араһында традицион булмаған енси мөнәсәбәттәрҙе пропагандалауҙы тыйыусы закон ҡабул иткәйне. ЛГБТ берекмәләре вәкилдәренең фекере буйынса, закон кеше хоҡуҡтарын боҙа һәм йәмәғәтселекте көс ҡулланыуҙарға этәрә. Закон яҡлыларҙың раҫлауынса, ул ғаиләне һәм традицион ҡиммәттәрҙе яҡлауға йүнәлтелгән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий