понедельник, 15 июля 2013 г.

Израиль: Негев бәҙүәндәрен күсереүгә ҡаршы акция.



Дүшәмбе Израилдең Беэр-Шева ҡалаһында хөкүмәттең Негев сүллегенең көньяҡ өлөшөнән тиҫтәләрсә мең бәҙүәнде күсереү планына ҡаршы сыҡҡан манифестанттар полиция менән бәрелеште. Акцияла 800 тирәһе кеше ҡатнашты. Урындағы властарҙың хәбәр итеүенсә, демонстранттарҙың 15-е ҡулға алынған, 2 полицейский яраланған.
Закон проектына ҡаршы булғандар уны расистик тип атай.
“Был закон 30 фәләстин ауылын, 60 мең кешене күсереүҙе, 215 мең акр ерҙе конфискациялауҙы күҙ уңында тота,-ти Кнессеттан ғәрәп депутаты.-Был план- этник таҙартыу, Израиль хөкүмәте шул дискриминацион һәм расистик планды ҡабул итергә маташа.”

Израиль властарының әйтеүенсә, Негевтағы бәҙүәндәрҙең йорттары законһыҙ, рөхсәт алынмайынса төҙөлгән. Бәҙүәндәрҙең раҫлауынса, улар меңәр йылдар буйы Негевта күсенеп йөрөгән, ата-бабаларынан ҡалған был ер уларҙыҡы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий