Сүриәләге гуманитар
хәлдәр торған һайын насарая бара. БМО мәғлүмәттәре буынса, Сүриәнең 7 миллионға
яҡын кешеһе, шуларҙың яртыһы- балалар, кисекмәҫтән гуманитар ярҙамға мохтаж.
Күрше илдәрҙәге ҡасаҡтар һаны миллион 700 меңдән ашты, ә июндә генә улар
миллион 600 мең ине.
“Беҙ арта барған бындай
ҡасаҡтар ағымын 20 йыл элек булған Руандалағы геноцид заманынан бирле
күргәнебеҙ юҡ,-ти БМО-ның Ҡасаҡтар эше буынса баш комиссары Антониу Гутерриш.-Сүриә
халҡы ҙур михнәттәр кисерә. Өҫтәүенә Рамаҙан айында һауа тепмератураһы үтә
юғары. Сүриәнең күршеләре бик күп ҡасаҡтарҙы ҡабул итте, йөҙҙәрсә мең ғүмерҙе
һаҡлап ҡалды, әммә уларҙың йомартлығы ҡиммәтләнә бара.”
БМО-ла әйтеүҙәренсә, йыл
аҙағына ҡәҙәр Сүриәгә һәм күрше илдәргә гуманитар ярҙам күрһәтеү өсөн 3 миллиард
долларҙан ашыу кәрәк буласаҡ.
Сүриәлә иһә һуғыш
дауам итә. Һуғыш хәрәкәттәре Идлиб районында бара. Конфликт ай һайын 5 мең
кешенең ғүмерен ҡыя.
Киң мәғлүмәт саралары
хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта баш күтәреүселәр һәм хөкүмәт көстәре араһында
ҡаты һуғыштар Дамасктың иң мөһим булған ситендә- Кабунда бара. Оппозиция унда
өҫтәмә көстәр ебәрә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий