суббота, 10 августа 2013 г.

Вьетнам: аталы-уллы әҙәмдәр 40 йыл буйы американдарҙың бомбаға тотоуынан ҡасып йәшәгән.


Вьетнам джунглиҙарында цививлизациянан 40 йыл буйы ҡасып йәшәгән аталы-уллы әҙәмдәр табылған. 70-cе йылдарҙа улар, американдарҙың бомбаға тотоуҙарынан ҡасып, ауылдарын ташлап киткән. Бер авиаһөжүм ваҡытында, хәҙерге 82 йәшлек Хо Ван Тандың йорто юҡ ителгән. Әсәһе, ике балаһы һәләк булған. Шаңҡып ҡалған ир, 2 йәшлек улын алып, джунглиға киткән.
Ошо 40 йыл дауамында улар, ағас башында 5 метр бейеклектә аласыҡ ишараты ҡороп, кешеләр йәшәгән ерҙән 40 километр алыҫлыҡта йәшәгән, кукуруз үҫтергән, йәшелсәләр менән туҡланған. Ошо районда йәшәүселәр быларҙы осраҡлы ғына күреп ҡалған. Уларҙы тапҡан саҡта, ағас ҡайырыһынан эшләнгән бәйләместә булғандар.

Хәбәр итеүҙәренсә, Хо Ван Тандың бомбаға тотоуҙар ваҡытында 3 айлыҡ ҡына булып ҡалған кесе улы атаһы һәм ағаһының ҡайҙалығын күптән белгән, йылына бер барып күреп йөрөгән, әммә уларҙы ауылға ҡайтырға күндерә алмаған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий