суббота, 24 августа 2013 г.

Төрөк премьеры йәшен тыя алманы.


Төрөк премьер-министры Рәжәп Тайип Эрдоган йәштәрен тыя алманы: хөкүмәт башлығы тура эфирҙа Мысыр сәйәсмәнәненең ҡыҙына яҙған хатын тыңланы. Ҡыҙ властан ҡолатылған Мысыр президенты Мөхәммәт Мөрсиҙе яҡлап демонстрацияла ҡатнашҡанда һәләк булған. Уның атаһы Мөхәммәт әл-Бәлтаджи, “Мосолман туғандар”лидерҙарынының береһе, ҡыҙы менән күберәк бергә була алмағанға көйөнә.
Хат Эрдогандың күңелен йомшартты һәм ул, ваҡыт етмәү сәбәпле, үҙенең дә балаларына күп иғтибар бирә алмауын һөйләне.
Төркиәнең киң мәғлүмәт саралары Рәжәп Эрдоган әл-Бәлтаджи ғаиләһен яҡындан белгәндер, тип фараз итә, сөнки ул карьераһын башлаған сәйәси хәрәкәт “Мосолман туғандар”ҙың Мысыр бүлеге менән рәсми булмаған тығыҙ бәйләнеш тотҡан.

Мөхәммәт Мөрсиҙе бәреп төшөрөү Мысыр-Төркиә мөнәсәбәттәрен ҡатмарландырҙы. Уҙған аҙнала илдәр “консультация өсөн”илселәрен саҡыртып алды. Эрдоган үҙе иһә шишәмбе көн Мысыр түңкәрелешен Израиль ойоштороуы хаҡында мәғлүмәткә эйә булыуы тураһында белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий