четверг, 8 августа 2013 г.

Мосолмандар ураҙа айын тамамланы һәм Фытыр йәки Ураҙа ғәйетен байрам итә.


Донъяның миллиондарса мосолмандары Ураҙа ғәйетен байрам итә. Ураҙа айының тамамланыуын төрлө илдәрҙә төрлөсә байрам итәләр, әммә һәр ерҙә ул- ғаилә тантанаһы, тәмле аҙыҡ-түлек, күп һанлы ҡунаҡтар.
Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа Төркиәлә күп нәмә үҙгәрҙе. Йәштәр көнбайыштағыса йәшәргә ынтылғанда, традицияларҙы һаҡлау ауырыраҡ.
-Ҡасандыр Ураҙа байрамдары икенсерәк ине. Беҙ ул ваҡыттарҙы һағынабыҙ,-ти Стамбулда йәшәүсе ир.-Хәҙер өйҙә ултырмаҫҡа, ҡайҙалыр ял итергә китергә тырышалар. Бына минең улдарым да сит илдә, ағай, һеңлеләрем дә таралышты. Байрамды ҡатыным менән икәү генә үткәрәсәкбеҙ. Йәл, хәҙер элекке һымаҡ түгел...
Газа секторында ла, бүләктәр, тәм-томдар алып, байрамға әҙерләнәләр, мосолман донъяһынан артта ҡалмаҫҡа тырышалар. Шул уҡ ваҡытта яҡшы үҙгәрештәргә лә өмөт итәләр.
-Беҙ шуға ышанабыҙ: Ураҙа байрамы ҡыуаныстар алып киләсәк, Аллаһ хаҡы өсөн, тотҡондарҙы өйҙәренә ҡайтарасаҡтар, оккупацияланаған ҡалаларыбыҙ кире ҡайтарыласаҡ...
Пакистандың Карачи баҙарында сауҙа шәп бара, тик байрамды көтөү шатлығын хаҡтарҙың тешләшеүе, экстремистарҙың яңы һөжүмдәренән ҡурҡыу боҙа.
-Минут эсендә көтөлмәгән хәлдәр булыуы ихтимал: шартлау булыуы, хәлдәрҙең ҡапыл насарайып китеүе мөмкин. Беҙ йыш ҡына өйҙән сығырға ла шөрләйбеҙ.
Шулай ҙа күптәр бирешмәй. Ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәр һатып ала, үҙҙәрен традицион биҙәктәр менән биҙәй- терроризм байрамға ҡамасаулай алмай.


Комментариев нет:

Отправить комментарий