понедельник, 26 августа 2013 г.

БМО Сүриәлә тикшереү башлай.


БМО инспекторҙары дүшәмбе көн Сүриәлә, шул иҫәптән 21 августа химия һөжүме һөҙөмтәһендә 1300 кеше һәләк булған Дамаск ҡалаһы ситендә лә тикшереү башлаясаҡ. 20 эксперттан торған команда 5 объектта буласаҡ, уларҙың тикшереүе барған ваҡытта һуғыш туҡтатылып торасаҡ.
Дамаск властары, БМО-ның ҡоралһыҙландырыу буйынса юғары вәкиле Ангела Кане Сүриәнең сит ил эштәре министры Вәлит әл- Мөғәллим менән осрашҡандан һуң бер тәүлек үткәс, үҙҙәренең ризалығын бирҙе. Сүриә министры, химик һөжүм баш күтәреүселәрҙең эше булыуын иҫбатлау өсөн,  властарҙың БМО менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуын белдерҙе.
Сүриә дәүләтенең киң мәғлүмәт саралары туннелдә табылған баш күтәреүселәр ҡулланған ағыулы матдәләр хаҡында хәбәр итте. Әйтеүҙәренсә, уларҙы ҡулланыуҙан хөкүмәт ғәскәрҙәренең хәрби хеҙмәткәрҙәре зыян күргән.
“Сиктәрһеҙ врачтар” ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған ял көндәрендә, химик матдәләр менән ағыуланып, уларға 3600 кеше мөрәжәғәт иткән. 355 кеше һәләк булған.

Конфликттың ике яғындағылар ҙа үҙҙәренең химик һөжүмгә ҡағылышлы булыуын инҡар итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий