вторник, 27 августа 2013 г.

Лавров: “Cүриә тирәһендә истерияны көсәтеүҙең маҡсаты- “Женева-2” конференцияһын өҙөү.”


Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәт ведомствоһы башлығы Сергей Лавров Сүриә мәсьәләһе буйынса ашығыс рәүештә матбуғат конференцияһы үткәрҙе, бының сәбәбе- ҡайһы бер Көнбайыш илдәренең Сүриәгә бәреп инеү мөмкинлеге хаҡындағы белдереүҙәре.
“Гута районындағы химик һөжүм хаҡындағы хәбәрҙәр  Рәсәй һәм Америка эксперттары Женевалағы сираттағы конференцияға әҙерләнгәндә пәйҙә булды. Башланып киткән истерияның форумды йыйыуға ҡаршы йүнәлтелгән булыуы шик тыуҙырмай.”
Германияның сит ил эштәре министры Гидо Вестервелле ФГР-ҙағы дипломатик вәкиллек башлыҡтарының конференцияһында былай тип белдерҙе:
“Химик ҡоралды ҡулланыу кешелеккә ҡаршы енәйәт булыр ине. Әгәр бының дөрөҫлөгө асыҡланһа, халыҡ-ара йәмәғәтселеккә сараһын күрергә кәрәк. Уның эҙемтәләре өсөн яуап биреүҙе талап итеүселәр араһында Германия ла буласаҡ. Был мәсьәлә буйынса беҙ БМО һәм союздаштарыбыҙ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ.”
Сүриә президенты Асад күптән түгел “Известия”гәзитенә биргән интервьюһында былай тине: “Хөкүмәт ғәскәрҙәре химик ҡорал ҡулланған тигән ғәйепләүҙәр- башҡа һыймаҫлыҡ хәл.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий