пятница, 20 сентября 2013 г.

Еңеүсе мосолман ҡыҙы Мәккәгә барасаҡ.


Обабиә Ғәйшә Аджибола, Нигериянан 21 йәшлек студент ҡыҙ, “Мисс-мосолман ҡыҙы” матурлыҡ конкурсында еңеүсе булды. Конкурс Индонезия баш ҡалаһы Джакартала үтте. Ғәҙәттәге еңеүсе конкурс сибәркәйҙәре һымаҡ уҡ, Ғәйшә жюри һәм тамашасылар алдында илап ебәрҙе һәм Аллаһҡа рәхмәтен белдерҙе. “Мисс-мосолман ҡыҙы” тышҡы матурлыҡҡа ҡарап ҡына түгел, рухи матурлыҡҡа ла ҡарап- Ҡөрьән аяттарын яттан һөйләй алыуына, 5 ваҡыт намаҙын ҡалдырмауына ла ҡарап һайланды.
Эка Шанти, “Мисс-мосолман ҡыҙы”конкурсын ойоштороусы:
“Был конкурс”Донъя сибәре” конкурсына ҡаршы түгел, порнография, бәлиғ булмағандарҙы аҙҙырыуға ҡаршы йүнәлтелгән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың хөрмәткә, ихтирамға лайыҡлы һәм юғары белемгә эйә була алыуын күрһәтә ул.”
Еңеүсе призы- 2200 доллар һәм Мәккәгә барыу мөмкинлеге.

”Донъя сибәре”конкурсы ла Индонезияла үтәсәк. Уға бында ҙур әҙерлек бара һәм үҙенә иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Конкурсҡа тәүге нәүбәттә мосолмандар ҡаршы. Улар ҡаршылыҡ демонстрацияһы үткәрҙе һәм ”Донъя сибәре”ндә ҡатнашыусыларға тамуҡта яныуҙы теләне, ә  был ярышты “фәхишәләр конкурсы”тип атаны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий