суббота, 21 сентября 2013 г.

Израиль хәрбиҙәре гуманитар миссия кешеләрен туҡмаған.


Израиль армияһы хәрби хеҙмәткәрҙәре дипломатик статуслы кешеләр оҙатып барған гуманитар йөк тейәлгән машинаны туҡтатҡан. Хәрбиҙәр Европа дипломаттарына һәм гуманитар ойошма хеҙмәткәрҙәренә ҡорал менән янаған, ә француз дипломатик миссияһы вәкиле Марион Кастьены. көс ҡулланып, машинанан һөйрәп төшөргән.

Йөк законһыҙ рәүештә йорттары емерелгән Хирбет әл-Макхул фәләстин ауылы халҡына тәғәйенләнгән булған. Йортһоҙ ҡалһалар ҙа, фәләстиндәр күп быуын ата-бабалары йәшәгән ерҙе ташлап китергә теләмәгән:

“Хирбет әл-Макхул ауылындағы хәлдәр Израилдең кешеләрҙе законлы ерҙәренән ҡыуыу һәм шул урындарҙа хәрби объекттар төҙөү сәйәсәтен дауам итеүен дәлилләп тора. Был ерҙәр ошонда әллә нисә тиҫтә йыл йәшәгән һәм уларҙың милкен раҫлаусы документтары булған халыҡтыҡы.”

Үҙ сиратында ЦАХАЛ матбуғат хеҙмәте бөтә ғәйепләүҙәрҙе инҡар итә һәм миссия эшен законһыҙ, тип атай. Һөҙөмтәлә бер нисә кеше ҡулға алынған, гуманитар йөк һалынған машиналар тартып алынған.


Хирбет әл-Макхул- августан алып Израиль яғы юҡ итергә тейеш булған  Көнбайыш ярҙағы бәҙүәндәрҙең өсөнсө ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий