четверг, 17 октября 2013 г.

Франция: Косово уҡыусыһы арҡаһында сәйәси ғауға.


Франциянан Косово сиғандары ғаиләһен сығарып ебәреү илдә ҙур ғауға тыуҙырҙы, легаль булмаған иммиграция проблемаһы мәсьәләһе буйынса ҡаршылыҡтар йәмғиәттә генә түгел, идара итеүсе социалистар фирҡәһендә лә булыуын асып һалды. Француздар 15 йәшлек Леонарданы деплортациялауҙы күңелдәренә яҡын ҡабул итте, сөнки ҡыҙҙы, класташтары алдында автобустан һөйрәп төшөрөп, аэропортҡа, аҙаҡ тыуған иленә оҙатҡандар.
Был ваҡиға арҡаһында, эске эштәр министры Мануль Вальс һәм уның ведомствоһы тәнҡит утына эләкте, уларҙы артыҡ ҡаты ҡыланыуҙа ғәйепләйҙәр.
Министрҙың раҫлауынса, депортация ҡануниәткә таянып эшләнгән, шулай ҙа властар ул хәлде ентекле тикшерергә вәғәҙә бирҙе.
“Әгәр хаталар ебәрелһә, ҡарар юҡҡа сығарыласаҡ. Хәлде асыҡлау өсөн, ғаилә кире ҡайтарыласаҡ,-”тип белдерҙе премьер-министр Жан-Марк Эйро.
Әлегә Леонардоның ғаиләһе Митровицела төйәк тапҡан. Унда уларға ике бүлмәле фатир һәм ҡышҡылыҡҡа утын бирелгән. Әммә проблема шунда: Леонардо албанса һөйләшә белмәй, сөнки ул, уның туғандары Европала күсеп йөрөгәндә тыуған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий