четверг, 24 октября 2013 г.

“Гринпис” активистары пират түгел.


Рәсәй Тәфтиш комитеты Газпром компанияһының “Приразломная” платформаһына һөжүм иткән “Гринпис” активистарының ғәйепләү статьяһын үҙгәртте- элекке “пиратлыҡ” статьяһы йомшағыраҡ “хулиганлыҡ” статьяһына үҙгәртелде. Уның буйынса, 7 йылға ҡәҙәр иректән мәхрүм итеүҙәре ихтимал, ә “пиратлыҡ” өсөн 10 йылға ла ултыртып ҡуйыуҙары мөмкин. Шул уҡ ваҡытта Тәфтиш комитетында бер версиянан да баш тармайҙар һәм ғәйепләнеүселәрҙең тәфтишселәр менән хеҙмәттәшлектән баш тартыуы хаҡында һөйләйҙәр.
18 сентябрҙә Нидерландтар флагы аҫтындағы “Арктик Санрайз” карабы “Гринпис” активистары менән Печора диңгеҙендәге нефть табыу диңгеҙ платформаһына яҡын килә. Арктика һыуҙарындағы быраулау эштәренә ҡаршылыҡ йөҙөнән экологтар платформаға беркетелергә маташа. Сик һаҡсылары уларҙың был ниәтенә кәртә ҡуя һәм гринписовсылар карабы Мурманск портына килтерелә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий