воскресенье, 27 октября 2013 г.

Сәғүд Ғәрәбстаны: ҡатын-ҡыҙҙар “руль өсөн” көрәшә.


Сәғүд Ғәрәбстаны ҡатын-ҡыҙҙары автомобиль йөрөтөү хоҡуғы өсөн көрәште туҡтатмай. Шәмбегә ил урамдарында машинала йөрөргә сығыу планлаштырыла, әммә властарҙың ҡыҫымы аҫтында акция ғәмәлгә ашырылмай. Активистарға, төрмәгә ултыртыу менән янап, эске эштәр министрығынан киҫәтеү хаттары ебәрелә, кампанияны яҡлап петиция урынлаштырған сайтҡа ватып инәләр. Шуға ҡарамаҫтан, интернетта ҡаршылыҡ акцияһы ойошторола- Сәғүд Ғәрәбстаны ҡатын-ҡыҙҙары рул артында ултырған видеокадрҙар социаль селтәрҙә күпләп урын ала.

“Властар биргән мәғлүмәт яңылыштыра ғына. Унда бер нәмә лә юҡ. Ул йөкмәткеле түгел, аңлайышһыҙ. Закондар аныҡ түгел. Аныҡ ҡына яза ла ҡаралмаған. Шуға күрә беҙ көрәште дауам итәбеҙ,-”тип белдерҙе блоггер һәм яҙыусы Тамадор Альями.


Сәғүд Ғәрәбстаны- машина йөрөтөү хоҡуғына тик ирҙәр генә эйә булған берҙән-бер ил. Әйтергә кәрәк, ирҙәрҙең ҡайһы берҙәре был тыйыуҙарҙы юҡҡа сығарыу яғында. Мәҫәлән, Хишам Фагих Youtubeға “Юҡ, ҡатын, машина йөрөтмә!”сатирик видеоклибын ҡуйҙы. Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың руль артында ултырыуына ҡаршы булғандарҙан көлә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий