четверг, 10 октября 2013 г.

Сүриәлә урланған журналистар һаны дүртәү булып киткән.


Сүриәлә урланған француз журналистары һаны дүртәү булып киткән. Шаршамбы билдәле булыуынса, репортер Николя Энан һәм фотограф Пьер Торрес 22 июндә билдәһеҙ кешеләр тарафынан Сүриәнең төньяғындағы Ракка ҡалаһында урланған. Журналистарҙың ғүмере өсөн хәүефләнеп, ғаиләләре һәм Франция хөкүмәте ошоға ҡәҙәр был турала хәбәр итмәгән.
“Европа-1”радиоһында сығыш яһап, премьер-министр Жан-Марк Эйро былай тип белдерҙе:
“Мин уларҙың яҡындарының, коллегаларының хәүефен бүлешәм. Беҙгә уларҙың иҫән булыуы билдәле, һәм был бик мөһим. Беҙ уларҙы азат итеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ.”
37 йәшлек Энан һәм 29 йәшлек Торресты урлауҙары өсөн яуаплылыҡты әлегә бер кем дә үҙ өҫтөнә алмаған.
6 июндә репортер Дидье Франсуа һәм фотограф Эдуар Эльяс урланған.

Хөкүмәттеке булмаған “Сиктәрһеҙ репортерҙар”ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, илдә конфликт башланғаны бирле, редакция эше буйынса йөрөгән 32 сит ил һәм Сүриә журналисы урланған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий