вторник, 24 декабря 2013 г.

Ҡаһирә: Мысыр студенттары ҡаршылыҡ манифестацияһы үткәрҙе.


Мысыр баш ҡалаһының меңдәрсә студенты, илдәге демократик үҙгәртеп ҡороуҙар яҡлы йәштәр хәрәкәтенең өс активисына сығарылған суд ҡарарына үҙҙәренең ризаһыҙлығын белдереү өсөн, урамдарға сыҡты. Манифестацияла ҡатнашыусыларҙы ҡыуып таратыу ваҡытында полиция йәш ағыҙыусы газ ҡулланды.
Ноябрҙә Мысырҙың ваҡытлы президенты Адли Мансур демонстрация үткәреүгә властарҙан рөхсәт алыу талап ителеүе хаҡындағы указға ҡул ҡуйғайны. Быға ҡаршылыҡ йөҙөнән Ҡаһирәлә санкция алынмаған митинг уҙҙы.

Йәкшәмбе Ҡаһирә суды, митинг ойошторғандары өсөн өс кешене- ”6 апрель” йәштәр хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы Әхмәт Махерҙы, етәкселәрҙең береһе булған Мөхәммәт Әҙелде һәм “Инҡилап йәштәре коалицияһы” лидерҙарынан Әхмәт Думды өс йылға холоҡ төҙәтеү эштәренә һәм ҙур штрафтарға хөкөм итте. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий