воскресенье, 16 марта 2014 г.

Леонид Слуцкий: Рәсәй Украина территорияһындағы тыныслыҡты яҡлаясаҡ.


Рәсәй күҙәтселәре Ҡырым референдумында ҡатмарлыҡтар килеп сығыр тип уйламай.
Рәсәй яғы шул уҡ ваҡытта үҙ позицияларынан сигенергә лә йыйынмай, ул Көнбайыштың тәнҡитенә әҙер.
Был турала беҙҙең хәбәрсебеҙгә Дәүләт Думаһынан күҙәтселәр башлығы Леонид Слуцкий белдерҙе:
“Әлбиттә, бөтә халыҡ-ара майҙансыҡтарҙа беҙҙе хурлаясаҡтар, тәнҡитләйәсәктәр, беҙ быға әҙер. Беҙ быны 2000 йылдар башында Чечня республикаһында конституцион ҡоролошто тергеҙгәндә лә, Абхазия һәм Көньяҡ Осетияның бойондороҡһоҙлоғон танығанда ла үттек инде.”
Слуцкий шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: Рәсәйҙең бурысы- рус телле халыҡтың хоҡуҡтарын, Ҡара диңгеҙ флотын яҡлау, шул ваҡытта бөтә көс менән һуғышты булдырмаҫҡа тырышыу.
“Рәсәй туғандаш Украина территорияһында милләттәр араһындағы, конфессииялар араһындағы тыныслыҡты яҡлаясаҡ. Иң мөһиме- ҡан аҡмаһын. Был региондар(көнсығыш) Украина составында ҡалырға тейеш, әммә унда, 2012 йылғы телдәр хаҡындағы законға таянып, рус теле региональ тел булараҡ һаҡланырға тейеш.”
Шул уҡ ваҡытта Думаның Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе буйынса комитет башлығы Украинаның көнсығыш өлкәләре халҡының Ҡырымдағы һымаҡ референдум ойошторорға ла хоҡуғы бар.



Комментариев нет:

Отправить комментарий