среда, 5 марта 2014 г.

“Шеврон” тыныс йоҡлай ала.


АҠШ Эквадор судының Амазонка джунглиҙарын бысратыуы өсөн “Шеврон” нефть компанияһынан 9,5 миллиард доллар түләттереү хаҡындағы ҡарарын дөрөҫ тип танымай. Нью-Йорк федераль суды шундай ҡарар ҡабул итте: был эш буйынса Эквадор судының вердикты мутлашыу һәм коррупция һөҙөмтәһендә сығарылған. Уларҙың раҫлауҙарынса, Эквадор президенты администрацияһы яллаған яҡлаусы яҡ командаһы судьяға ришүәт биргән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий