пятница, 7 марта 2014 г.

Үҙ бәләңде кешегә япһарып...


Рәсәй президенты Владимир Путиндың 4 марттағы матбуғат конференцияһында Украиналағы хәлдәрҙе тасуирлаусы факттарын кире ҡағыусы АҠШ дәүләт департаменты сайтында урын алған мәғлүмәттәр “ысынбарлыҡты примитив рәүештә боҙоуҙан бигерәк, әҙәпһеҙлеге һәм күҙгә бәрелеп торған ике йөҙлө стандарттары менән хайран ҡалдыра”. Был турала бөгөн сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Александр Лукашевич белдерҙе:

“Вашингтон, әлбиттә, “майҙанды”, көс ҡулланып законлы власты бәреп төшөрөүселәрҙе һәм үҙҙәрен хәҙер Киевтағы легитим власть итеп күрһәтеүселәрҙе яҡлауын танымай хәле юҡ”.

“Халыҡ-ара нормаларҙы үтәү һәм башҡа илдәрҙең суверенитетына хөрмәт менән ҡарау хаҡында аҡыл һатыу өсөн, АҠШ-тың мораль хоҡуғы юҡ. Элекке Югославияны бомбаға тотоуҙарҙы, фальцификацияланған сәбәптәр буйынса Иракка баҫып инеүҙе ҡайҙа ҡуяһың?”

“Шуныһы асыҡ: Вашингтон элеккесә Америка ҡалыптарына һыймаған ваҡиғалар үҫешен адекват ҡабул итә алмай,-тине Лукашевич.-Һәр ерҙә лә, һәр ваҡытта ла үҙ ихтыярыңды көсләп тағыу мөмкин түгеллеге һәм һуңғы һүҙҙе үҙҙәре әйтергә өйрәгән “гөнаһһыҙ судья” ролен гел генә уйнап булмауы менән килешә алмайҙар. Нервылар ҡаҡшай, әммә был үҙ бәләңде башҡаға япһарыуға сәбәп булырға тейеш түгел.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий