среда, 26 марта 2014 г.

Украина:”Уң сектор”координаторы Сашко Билый милиция тараһынан үлтерелгән.


Украинаның Ровно ҡалаһында шишәмбегә ҡаршы төндә Көнбайыш Украина территорияһындағы”Уң сектор”координаторы Сашко Билый ҡушаматы аҫтында билдәле булған Александр Музычко үлтерелгән.

Украина эске эштәр министрлығы белдереүенсә, Музычко ҡулға алғанда, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ут асып, берүәһен яралағандан һуң, үлемесле йәрәхәт ала.

2014 йылдың февралендә Ровно район прокуроры кабинетына ҡорал менән бәреп инеп һәм прокурорҙы туҡмап, Музычконың “даны”бөтә илгә таралғайны.

Март уртаһында Музычко интернетта видеомөрәжәғәт урынлаштырҙы, унда ул Украина Генпрокуратураһы етәкселегенең уны юҡ итергә йәки, ҡулға алып, “Рәсәйгә тапшырырға йыйыныуы” тураһында белдерҙе.

 Рәсәй уға халыҡ-ара эҙләү иғлан иткәйне. Хәбәр итеүҙәренсә, Музычко тәүге Чечен һуғышында сепаратистар яғында һуғышҡан,  федераль көстәрҙең 20-ләп хәрби хеҙмәткәрен язалаған һәм үлтергән.



Комментариев нет:

Отправить комментарий