четверг, 13 марта 2014 г.

Греция: дәүләт хеҙмәткәрҙәре эш ташланы.


 Грецияла, тәүге нәүбәттә илдең баш ҡалаһы Афинала, дәүләт хеҙмәткәрҙәренең 24 сәғәтлек забастовкаһы башланды. Гректар дәүләт секторындағы эштән ебәреүҙәргә ҡаршы сыға.  Йыл аҙағында, хөкүмәттең планы буйынса, 25 мең бюджет хеҙмәткәре эштән бушатылырға йәки икенсе хеҙмәт урынына күсерелергә тейеш. Эштән бушатыуҙарҙың тәүге фазаһы 22 мартҡа планлаштырылған. Был дата алдынан профсоюздар йәнә 48 сәғәтлек стачка ойошторорға ниәтләй.
Акцияла ҡатнашыусылар һөйләй:
“Көрәшебеҙҙе күпме кәрәк, шул ҡәҙәр дауам итәсәкбеҙ. Хөкүмәттең саралары конституция менән ярашмай.”
“Ғаиләбеҙҙең яртыһы эшһеҙ ҡалғас, беҙ нисек көн күрергә тейеш. Ғөмүмән, айына 400 евроға нисек йәшәмәк кәрәк.”
Афинаның үҙәк Синтагма майҙанында дәүләт структураларында хеҙмәт иткән йыйыштырыусылар шаулы акция уҙғарҙы. Улар бында биҙрә, щетка, швабралар менән килде.
Уҡытыусылар төркөмө, үҙҙәрен рәшәткәгә бығаулап, премьер Самарасҡа тәғәйенләнгән транспарантты асып ҡуйҙы: “Цезарь Самарас, һине үлемгә дусар ителгәндәр сәләмләй.”
Митингыла шулай уҡ врачтар, суд хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы үҙидаралыҡ хеҙмәткәрҙәре.
Стаматис Янисис, “Евроньюс”:
”Эштән ҡыҫҡартыуҙар һәм эшсе көстәрҙең мобиллеге яҡлы өс кредиторҙың талаптарына ҡаршы сыҡҡан дәүләт хеҙмәткәрҙәренең ҡаршылыҡ акциялары бер көн менән генә сикләнмәй. Киләһе аҙнаға сираттағы 2 көнлөк стачка планлаштырылған. Профсоюз лидерҙары хөкүмәт уларҙың талаптарын ҡәнәғәтләндергәнгә ҡәҙәр урам акцияларын ойошторорға ниәтләүен белдерә.”



Комментариев нет:

Отправить комментарий