воскресенье, 13 апреля 2014 г.

Австралия: “Айта” циклоны көсһөҙләнде.


Австралияның төньяҡ-көнсығыш яр буйҙарында йәшәүселәр өсөн уҙған төн ябайҙан булманы. Йома кис бынан “Айта” тропик циклоны үтте, ул үҙе менән бергә бейек-бейек тулҡындар, дауыллы ел, ҡойма ямғырҙар алып килде.
Көн элгәре циклонға иң юғары бишенсе категория бирелде, тик материкка килер алдынан ул ҡеүәтен юғалтты һәм беренсе категорияға төшөрөлдө, шуға ҡарамаҫтан, циклон үҙәгендә ел тиҙлеге сәғәтенә 120 километр ине.
“Стихия һөҙөмтәһендә берәүҙең дә үлмәүе, хатта етди зыян да күрмәүен ишеткәс, еңел һулап ҡуйҙым,-ти иң ныҡ зыян күргән Квинсленд штаты премьеры Кэмпбелл Ньюман.-Хәлдәрҙең артабан да шулай барыуын, барыһының да имен-аман булыуын теләйем.”
Иң ныҡ зыян күргән ҡалалар- Куктаун һәм Порт Дуглас. 8,5 мең йорт электрһыҙ ҡалһа ла, түбән ерҙәргә йылғалар ташыу арҡаһында һыу баҫыу ҡурҡынысы янаһа ла, Куктаун халҡы, эвакуация үҙәктәрен ташлап, үҙ йорттарына ҡайта башланы.

Әлеге мәлдә “Айта” көньяҡҡа табан хәрәкәт итә. Синоптиктар яҡын сәғәттәрҙә циклон траекторияһын үҙгәртер, материкты ҡалдырып, Коралл диңгеҙенә юл тотор, тип өмөтләнә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий