понедельник, 14 апреля 2014 г.

Джейн Фонда өҫтөнән суд.


Джейн Фонда- данлыҡлы актриса, АҠШ-тың Вьетнамда алып барған һуғышына ҡаршы актив көрәшсе- мемуарҙарында ошоға бәйле ваҡиғаларҙы йыш иҫкә төшөрә. Фонда ҡаршылыҡ демонстрацияларына сыға, джунглиҙа американлыларға ҡаршы алышҡан хәрби контингетта була. Вьетнамда һуғышып йөрөүселәр ул саҡта Фонданы күрә алмай. Америкаға ҡайтҡас, улар Фонда ҡатнашлығындағы фильмдарға бойкот иғлан итергә саҡыра.

Бөгөн ул осор хаҡында спектаклдәр ҡуялар. Шундай әҫәрҙәрҙең береһе Джейн Фондаға бағышланған. Уның ролендә- Анн Арчер, инсценировка авторы- Терри Джастроу.

“Беҙ бергә эшләнек, ул беҙҙең йортҡа килде, беҙ бер нисә сәғәт һөйләшеп ултырҙыҡ, бик мөһим деталдәрҙе аңлатып, ул миңә ҙур ярҙам күрһәтте. Ул барыһын да дөрөҫлөккә тап килтерергә тырышты, аңлашылмаған, ҡаршылыҡлы фекер уятырҙай нәмәләр булмауына ынтылды,”-ти“The Trial of Jane Fonda” спектакленең драматургы һәм сәхнәгә ҡуйыусыһы.

Фонда Ханойҙа 72 йылдың июлендә була, һауа һөжүменән һаҡланыу батареяһын барып күрә, үҙ сығыштарында шул саҡтағы Америка власын “хәрби енәйәтселәр” тип атай.“ Шул арҡала уға күптәр ҡаршы сыға.

Джейн Фонда ролен башҡарған актриса Анн Арчер бына нимә ти:

“Ҡыйыулығына һоҡланһам да, мин уға ҙур һәм етди хаталар эшләүе хаҡында ла әйттем, уларҙы әле булһа иҫләйҙәр. Ул хаҡлы түгел икәнлеген таный. Мин уға бик әҙ оҡшағанмын, шул иҫәптән холҡобоҙ ҙа төрлө: мин тормошҡа тыныс ҡарайым, ә ул күтәрелгән тәте һымаҡ. Джейн тотонған эшенә бөтә күңеле менән бирелә. Ул тормошта ла, һөнәрендә лә шулай.”


“The Trial of Jane Fonda” спектакле традиция буйынса йәй аҙағында үтәсәк Эдинбург афишаһында ла бар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий