четверг, 24 апреля 2014 г.

Япония һәм АҠШ-тың һөйләшеүҙәр алып барыуына ҡаршы акциялар.


Ҡытай иҡтисадының уңыштары Вашингтон өсөн бик мөһим, әммә был Азиялағы башҡа партнерҙар иҫәбенә түгел. Был турала АҠШ президенты Барак Обама Японияға визиты ваҡытында белдерҙе. Бында ул премьер-министр Си́ндзо А́бэ менән ике илдең Транс-Тымыҡ океан партнерлығында ҡатнашыу перспективалары хаҡында һөйләшеүҙәр алып барҙы.
Төшкө ашҡа Абэ Обаманы Токионың популяр ресторанына суши ашарға саҡырҙы. Япония һәм АҠШ-тың  Транс-Тымыҡ океан партнерлығына инеүе хаҡында һөйләшеүҙәр инде 6 йыл дауам итә.
“Беҙ килешеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Бында тулы азатлыҡ һәм таможня тарифтарынан баш тартыу хаҡында һүҙ булмаясаҡ.,- тип белдерҙе Япония премьер-министры.-Һөйләшеүҙәр бик ҡатмарлы, бына шуға ла уларҙы артабан дауам итергә кәрәк.”
Транс-Тымыҡ океан партнерлығында ҡатнашыу АҠШ-тағы автомобиль етешетереү бизнесына, ә Японияла иһә аграр секторға кире йоғонто яһаясаҡ. Япония быға ҡаршы:
“Обама бында үҙ эштәрен көйләү өсөн килгән кеүек тойола миңә, ә минең уны бында һис тә күргем килмәй,”-тип белдерҙе ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусы ҡатын.
Обама Японияны үҙ күреп хәбәр һөйләгәндә һәм Транс-Тымыҡ океан партнерлығында ҡатнашыу хаҡында һөйләшеүҙәр барғанда, юғары пост биләгән Ҡытай хәрби начальнигы Японияның Сенкаку архипелагы янындағы диңгеҙ маневрҙарын ҡырҡа ғәйепләп сыҡты. Был кескәй генә бәхәсле территория, Икенсе Бөтә донъя һуғышы заманындағы килешеү буйынса, Америка флотына Ҡытай яр буйҙарында йөрөргә мөмкинлек бирә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий