понедельник, 7 апреля 2014 г.

Венгрия: Орбан фирҡәһе парламент һайлауҙарында еңде.


Йәкшәмбе көн Венгрияла парламент һайлауҙары булды. Премьер-министр Виктор Орбандың идара итеүсе “Фидес” фирҡәһе еңеүгә өлгәште. Ул Дәүләт йыйылышының яңы составында конституцион күпселекте тәьмин итә алды.
Бюллетендәрҙең 90 процентын тикшергәндән һуң, “Венгрия граждандар союзы”(“ФИДЕС”) өсөн һайлаусыларҙың 44,7 проценты, Социалистик фирҡә башында торған оппозициялағы һул үҙәк альянс өсөн электораттың 25,6 проценты, үтә уң “Йоббик” (“Яҡшы Венгрия өсөн”) фирҡәһе өсөн- 20,8%, “Йәшелдәр” өсөн һайлаусыларҙың 5,17 проценты тауыш бирҙе.

Шул рәүешле “ФИДЕС” фирҡәһе парламенттағы 199 урындың 132 урынына эйә булды, һул үҙәктәр альянсы- 38, үтә уң “Йоббик” – 24 һәм йәшелдәр 5 урынды алды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий