среда, 14 мая 2014 г.

Төркиә шахтаһындағы һәләкәт: һәләк булғандарҙың иҫәбе 200-ҙән артты.


Төркиәнең күмер шахтаһында һәләк булыусылар һаны 200-ҙән артҡан. Кәм тигәндә, 80 кеше тән йәрәхәттәре алған, дүртәһе- ауыр хәлдә.
Был турала энергетика һәм тәбиғәт байлыҡтары министры Танер Йондоҙ хәбәр итте.
Фажиғә Төркиәнең көнбайышында Манис провинцияһының Сома төбәгендә шишәмбе көн булған. Ер аҫтында шартлау ваҡытында 787 эшсе эшләгән.
Шартлау урыны- 2 километр тәрәнлектәге трансформатор станцияһы. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, һәләкәт ҡыҫҡа замыкание арҡаһында килеп сыҡҡан. Шахта токһыҙ ҡалған, лифттар эшләмәй. Тау тоҡомдары емерелеүе арҡаһында, янғын башланған.
Төркиәнең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 17 марттағы һуңғы тикшереү ваҡытында етешһеҙлектәр булмауы хаҡында белдерҙе. Әммә күп таусылар шахта етәкселеген хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләй.
Һәләкәттәр Төркиә шахталарына йыш булып тора. Шуларҙың 263 таусының ғүмерен өҙгән иң үлемеслеһе 1992 йылда Зәнгүлдәк провинцияһындағы шахтала булды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий