среда, 28 мая 2014 г.

Обреновац: ҙур һыуҙан һуңғы тормош.


Обреновац- Балкандағы ташҡындарҙан иң ныҡ зыян күргән ҡалаларҙың береһе. Ҙур һыу ҡайтыуға бер аҙна самаһы ваҡыт үтте, әммә ҡала һаман ҡәҙимге тормошҡа ҡайта алмай. Ҡалаға инеү юлында полиция патруле тора.  Урындағы халыҡтың күбеһе торлаҡһыҙ, килемһеҙ ҡалды. Властар һәләк булғандар хаҡында мәғлүмәттәрҙе артыу яғына яңыртып тора. Обреновацта йәшәүсе һөйләй:

“Киләһе ике ай эсендә бында тормош булмаясаҡ. Беҙ ҡулдан килгәнсә бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Мине ҡалҡыулыҡта йәшәгән күршем йоҡларға индерә. Минең  өҫтөмә кейгән кейемем генә тороп ҡалды.”

Йөҙҙәрсә гектар ауыл хужалығы ерҙәре һыу аҫтында ҡалған. Балкан һуғышы осоронда фажиғәле этник таҙартыуға дусар булған Сребреницала, үҙҙәре әйтеүенсә, ташҡын һөҙөмтәләре һуғыш хәрәкәттәре һөҙөмтәләренә тиң.

Мирада Сандич, Сребреницала йәшәүсе ҡатын:
“Әйтер һүҙем дә юҡ. Үҙегеҙ күрәһегеҙ. Зыян иҫ киткес. Юлдар юҡҡа сыҡты. Ултыртҡан бөтә үҫентеләр әрәм булды.”

Күрше Македония баш ҡалаһы Скопьела, ташҡындарҙа зыян күргәндәргә аҡса йыйыу өсөн, хәйриә концерты уҙғарылды. Унда элекке Югославияның төрлө республикаларынан артистар сығыш яһаны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий