понедельник, 12 мая 2014 г.

Славянск, махсус операцияларға ҡарамай, тауыш бирә.


Хәлдәрҙең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, Славянск ҡалаһындағы тауыш биреү участкалары ваҡытында асылды. Президент администрацияһы башлығы вазифаһын башҡарыусы Сергей Пашинский Украина көс структураларының Ҡыҙыл Лиманда, Славянск һәм Краматорск ҡалаларында операцияны дауам итеүҙәре хаҡында белдерҙе. Төндә лә, иртән дә Славянск тирәһендә атыштар ишетелеп торҙо.
-Атыштар булды, әммә был беҙҙе ҡурҡытмай. Беҙ инде күпте күрҙек, шуға күрә атыштарҙан ҡурҡмайбыҙ. Әгәр нормаль рәүештә тауыш бирһәк, атыштар туҡтар һәм тормош та яйланыр, тип уйлайым.
Славянск һайлау участкаларының береһендә Донецк өлкәһенең ”халыҡ губернаторы” Павел Губарев тауыш бирҙе.
Славянскиҙа һайлау участкаларына халыҡтың дәррәү килеүе тураһында һөйләйҙәр: “Сәғәт 12-ләргә халыҡтың 65-68 проценты тауыш бирҙе. Бик теләп киләләр.”
Ҡаланы Украинаның көс структуралары уратып алған. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, “терроризмға ҡаршы операция” сиктәрендә Славянск һәм Краматорск тирәһендәге бер нисә блок-пост юҡ ителгән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий